Ҡайнаҡтарҙа - ахшам. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡайнаҡтарҙа - ахшам



Ҡайнаҡтарҙың ҡайнар шишмәһенән
Һирпеп кенә һыуҙар алған мәлдә
Ишетелде аҙан яп-яҡында,
Илаһи моң бәреп инде йәнгә.
Илаһи нур яҡтыртты донъяны
Шишмәләр ҙә, һиҙҙем, әйтте зекер,
Йәнһеҙ таштар хатта зыңлап ҡуйҙы -
Йәнһеҙ тиеү, ахыры, хата фекер.
Сәждә ҡылды тауҙа шәфәҡ нуры,
Бар тәбиғәт баҫты ғибәҙәткә,
Яралтылған мәлдән улар тоғро
Илаһиҙан килгән шул ғәҙәткә.
Карл аймағын аймай моңло аҙан,
Ауаздашын табып минең ҡанда;
Яңғыраһын әле магнит яҙмаң,
Ғәрәп ҡыҙы, китмәй торсо яндан.
Тыңлайыҡсы бергә, ҡәрҙәш бит беҙ,
Йәшәһәк тә төрлө тарафтарҙа,
Аллабыҙға, Мөхәммәт Рәсүлгә
Бер үк һөйөү балҡый ҡараштарҙа.
Бер үк һөйөү балҡый бар донъяға,
Кешелеккә - Аллаһ ижадына.
Аҙан моңо иңгән Карл еренә
Беҙ ҡылайыҡ изге доға ғына.
Илгенәләр торһон имен, тиек,
Илгенәләр тотһон иман, тиек.
Ҡылғаныбыҙ булһын бары бөйөк,
Уйҙарыбыҙ булһын бары бейек.
2008, август. Чехия
*Карл Ҡайнаҡтары - Карловы Вары


2012